Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шул ваҡыттан алып Ғайса : – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип һөйләп йөрөй башланы. Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәргән. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгән булған. Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр. – Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ бит, шулай булғас, нисек итеп Ул: «Мин күктән килдем», – тип әйтә ала икән? – тиеште. Йәһүдтәр Уның был һүҙҙәренә: – Һиңә әле илле йәш тә юҡ. Нисек итеп Һин Ибраһимды күрҙең? – тинеләр. Мин һиңә, Феофил, беренсе китабымда Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе.
Выбор основного перевода