Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Луки
Параллельные места
Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләгәндәр ҙә, Муса ҡанунында ҡушылғанса, шәмбе көнө ял иткәндәр. Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине. Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Павел иман тотоусылар менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды. Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлаһын.
Выбор основного перевода