Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. Улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, Миңә эйәрһен. Ғайса шәкерттәре менән бергә халыҡты саҡырып былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын алып, Миңә эйәрһен. Барыһына ла мөрәжәғәт итеп йәнә былай тигән: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, көн һайын Миңә эйәрһен. Ғайса тыңлаусыларға өндәшкән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем Үҙ йәнен яратыусы уны юғалтыр; ә был донъяла үҙ йәнен һанға һуҡмаусы уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.
Выбор основного перевода