Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3
Параллельные места
Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы. Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы хеҙмәтендә тоғро хеҙмәттәшебеҙ Тихик барыһын да һөйләп бирер. Беҙҙең хаҡта хәбәрҙар булыуығыҙ һәм күңелдәрегеҙҙе йыуатһын өсөн, мин Тихикты янығыҙға ебәрәм. Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш, сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте, янымда Лука бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. Тихикты мин Ефесҡа ебәрҙем.
Выбор основного перевода