Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Иртә менән яңынан Алла Йортона килгәс, Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы өйрәтә башланы. Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы. Ғайса уға күтәрелеп ҡараны: – Ханым, ҡайҙа улар? Һине бер кем дә хөкөм итмәнеме? Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ, ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло. Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ. Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы, аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй, Алла беҙҙе шаҡшылыҡҡа түгел, ә изгелеккә саҡырҙы бит. Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ. Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.
Выбор основного перевода