Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ. Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде. Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған. Шулай ҙа, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем, Алланың туранан-тура бойороғон боҙоп, Әҙәм кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Әҙәм, ниндәйҙер кимәлдә, килергә тейешле Заттың өлгөһө булып торған.
Выбор основного перевода