Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың, Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең? Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды. Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ. Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын». Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә маҡтанмағыҙ.
Выбор основного перевода