Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде. Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем. Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм тормошомда ла, үлемемдә лә, һәм, ғөмүмән, минең менән нимә генә булмаһын, Мәсихте данларыма өмөтләнәм һәм шул ваҡытты ашҡынып көтәм. Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш. Беҙ иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, Уның менән бергә йәшәй алыуыбыҙ өсөн Ул Үҙен ҡорбан итте. Шулай итеп, Мәсих тән ғазабы кисергәс, был донъялағы ҡалған ваҡытын инде әҙәм нәфсеһе буйынса түгел, Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн, һеҙ ҙә Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше менән ҡоралланығыҙ, сөнки тән ғазабы кисереүсе гонаһлы тормош алып барыуҙан баш тартты.
Выбор основного перевода