Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә. «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды. Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ. Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте күрһәтте. Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы әмер ҙә, сөнки уны тәүләп Мәсих үтәне һәм хәҙер һеҙ уның буйынса йәшәйһегеҙ. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ инде балҡый.
Выбор основного перевода