Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар ҡушып һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ. – Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә: «Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле, кисерелмәһендәр өсөн, ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә. Ғайса былай тип аңлатып биргән: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар «ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә. «Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
Выбор основного перевода