Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Колоссянам
1 2 3 4
Параллельные места
Бөтәһен дә аңлағас, ул Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәм йортона килде. Унда йыйылған кешеләр доға ҡыла ине. Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар. Павел һәм уның менән бергә булғандар, Пафтан китеп, һыу юлы менән Памфилия өлкәһендәге Пергия ҡалаһына килде. Яхъя уларҙан айырылып Иерусалимға ҡайтты, Варнава Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға теләне. Әммә Павел тапшырылған эшен теүәлләмәйенсә уларҙан айырылып Памфилияла тороп ҡалған Яхъяны алырға ризалашманы. Павел менән Варнава араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙы һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Варнава Маркты алып һыу юлы менән Кипрға китте. Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды. Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы. Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине. янымда Лука бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. һәм хеҙмәттәштәрем Марк, Аристарх, Димас һәм Лука һиңә сәләм әйтәләр.
К Колоссянам
1 2 3 4
Выбор основного перевода