Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4
Параллельные места
Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсих аша Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ. Улар, намыҫтарын юғалтып, аҙғынлыҡҡа бирелгән һәм ҡомһоҙланып һәр төрлө боҙоҡлоҡтар ҡыла. Алланың изге халҡы кеүек йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ, һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ (йәғни ялған илаһтарға табыныусылар) ҙа кеше Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.
Выбор основного перевода