Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Колоссянам
1 2 3 4
Параллельные места
Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән. Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы. Мәсих Алла тарафынан үленән терелтелеп, күктә Үҙенең уң яғына ултыртылғанда ҡулланылды. Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ. Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне. Алла – бөтөн нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәреп килеүсе күп кешеләрҙе Үҙенең данына алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалыусы Ғайсаны ғазаптар аша камил итеүе Уға ҡулай булған.
К Колоссянам
1 2 3 4
Выбор основного перевода