Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә күрә алмаған нәмәләрҙе ҡылам. Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанун яҡшы тип, уның менән килешәм. Шулай булғас, быларҙы мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла. Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым. Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам. Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла. Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым. Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора. Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.
Выбор основного перевода