Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡ бер кеше лә юҡ, бер генә лә. Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй бер кем дә. Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды; яҡшылыҡ эшләүсе юҡ, бер кем дә юҡ. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, ирендәрендә – йылан ағыуы. Ауыҙҙары ҡарғыш һәм рәнйеш менән тулған. Аяҡтары ҡан ҡойошҡа йәһәттәр, улар булып үткән ерҙә емереклек менән ҡайғы ҡала, именлек юлын белмәйҙәр. Алланан ҡурҡыу – улар өсөн ят төшөнсә». Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.
Выбор основного перевода