Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Галатам
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы. Павел һәм Варнава теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Павел менән Варнаваны һәм тағы бер нисә кешене, был мәсьәләне асыҡлау өсөн, Иерусалимға илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре янына ебәрергә булдылар. Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Финикия һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты. Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: – Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр. Был мәсьәләне тикшереү өсөн илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре бергә йыйылды. Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Петр урынынан тороп: – Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Йәһүд булмаған халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, Алла мине һеҙҙең арағыҙҙан күптән инде һайлағанын беләһегеҙ. Кеше күңелен белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла Изге Рухты биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте. Улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырмайынса, йөрәктәрен иман аша сафландырҙы. Шулай булғас, беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ? Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоуыбыҙға ышанабыҙ. Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы. Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ! Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Симон һөйләне. Пәйғәмбәрҙәрҙең Изге Яҙмала яҙған һүҙҙәре лә быға тап килә: «Шунан һуң, – тигән Раббы, – Минеке булырға саҡырған барлыҡ халыҡтар һәм ҡалған кешеләр Миңә табан боролһон тип, элеккене ҡайтарырмын. Дауыттың емерелгән йортон яңынан тергеҙермен, емереклектән торғоҙоп, уны яңыртырмын». Шулай тип әйтә Раббы! «Шунан һуң, – тигән Раббы, – Минеке булырға саҡырған барлыҡ халыҡтар һәм ҡалған кешеләр Миңә табан боролһон тип, элеккене ҡайтарырмын. Дауыттың емерелгән йортон яңынан тергеҙермен, емереклектән торғоҙоп, уны яңыртырмын». Шулай тип әйтә Раббы! Ул борондан билдәле булған ошо эштәрҙе ҡыла. Шуға күрә башҡа халыҡтар араһынан Аллаға табан боролоусыларға ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа, ә ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға кәрәк, минеңсә. Сөнки элек-электән Муса ҡануны һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханала уҡыла, – тине Яҡуб. Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Павел һәм Варнаваға эйәртеп Антиохияға ебәрергә ҡарар ҡылды. Бының өсөн иман тотоусыларға етәкселек итеүсе Варсава тип тә аталған Йәһүҙәне һәм Силаны һайланылар, улар аша ошондай хат ебәрҙеләр: «Илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән – Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм. Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр, уларға шундай эште йөкмәтмәгән булһаҡ та, һеҙҙе борсоғандар һәм күңелегеҙҙе тынысһыҙлағандар, тип ишеттек. Ундайҙар – ялған илселәр, Мәсихтең илселәре булып күренергә тырышыусы алдаҡсы хеҙмәтселәр. Был аптырарлыҡ та түгел, сөнки Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә. Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, хөкөмгә дусар ителер. Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.
К Галатам
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода