Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй – шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй.