Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Филиппийцам
1 2 3 4
Параллельные места
Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине. Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы булған Филипҡа юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ. Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм. Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм. Етәксе булырға ынтылыусы кешенең ниәте изге, тигән һүҙҙәр хаҡ. Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш, ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы һәм тыныслыҡ һөйгән, Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ә ихтирамға лайыҡ булырға, Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан хат. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин. Бойороғома ярашлы рәүештә, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтөн ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым. Берҙәмлек өлкәне намыҫлы тормош алып барырға, ҡатынына тоғро ир булырға тейеш. Балаларының да иманлы, буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, аҙғын юлға баҫмаған булыуы мотлаҡ. Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барған кеше булһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да булмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылыусан, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғро булыуы, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ. Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе фаш итә алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы рәүештә ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.
К Филиппийцам
1 2 3 4
Выбор основного перевода