Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Филимону
1
Параллельные места
Мөхәббәтегеҙ белемдә лә, тәрән аң-зиһендә лә артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам. Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам. Шуға күрә ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ. Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте. Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы? Әгәр, имандаш ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ кейемдән һәм көндәлек ризыҡтан мәхрүм булып, арағыҙҙан кемдер: «Иҫән-һау йөрөгөҙ. Йылынығыҙ һәм туйғансы ашағыҙ!» – тип әйтһә, әммә уларға тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе бирмәһә, бынан ни файҙа? Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле. Шул сәбәпле, иманығыҙға изгелек өҫтәү өсөн, бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Изгелеккә белемегеҙҙе өҫтәгеҙ, Әгәр ҙә һеҙ ошо һыҙаттарға эйә булһағыҙ һәм улар арта барһа, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеүегеҙ файҙаһыҙ һәм емешһеҙ ҡалмаҫ.
К Филимону
1
Выбор основного перевода