Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә. Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Ғайса Мәсих, Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун әмере буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Рухани булды. Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә. Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар вәғәҙә ителгән мәңгелек мираҫты ала алһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды. яңы килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.
Выбор основного перевода