Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Шуға күрә Мин һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең бөтөн гонаһтары һәм көфөр һүҙҙәре кисерелер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр һүҙ әйтеү кисерелмәҫ. Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта, һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр. Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы. Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы? Алла һеҙгә, Рух биреп, ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн арағыҙҙа мөғжизәләр тыуҙырамы, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы? Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге.
Выбор основного перевода