Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын. Ғайса шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар йоҡлай ине. – Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә Минең менән бергә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға. – Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ! Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын! Ул әйләнеп килгәндә, шәкерттәре тағы йоҡлағайны: уларҙың күҙҙәре йоҡонан йомолоп бара ине. Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм өсөнсө тапҡыр шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп доға ҡылды. Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте. Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә. Улар Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә: – Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, Мин доға ҡылып алайым, – тине. Ул Үҙе менән Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алды. Уны ҡурҡыу һәм хәүеф солғап алды. Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм уяу булығыҙ! Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән йығылып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Үҙен урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы: – Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын. Ғайса әйләнеп килгәндә, өс шәкерте лә йоҡлай ине. – Симон, йоҡлап ятаһыңмы? Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға. – Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ! Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды. Ҡабат әйләнеп килгәндә, шәкерттәре йәнә йоҡлай ине: уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне. Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тапшырыла. Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине. Ғайса, ғәҙәте буйынса, ҡаланан Зәйтүн тауына киткән, Уның артынан шәкерттәре лә эйәргән. Унда барып еткәс, Ғайса уларға: – Ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тигән. Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған: – Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын! Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән. Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылған, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамған. Ул доға ҡылған урынынан тороп шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар ҡайғынан талсығып йоҡлаған була. – Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса. Күңелем Минең хәҙер борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин ошо сәғәт өсөн килдем дә инде.
Выбор основного перевода