Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, израилдәр Мусаның йөҙөнә, хатта уның балҡып торған даны юғалып барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән, Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме? Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, аҡланыуға килтереүсе хеҙмәте күпкә данлыраҡ. Ҡасандыр данлы булған тәртиптең бөйөклөгө, өҫтөнлөк алған яңыһыныҡы менән сағыштырғанда, әллә ни түгел инде. Әгәр юғалырға насип булған тәртип данлы булған икән, мәңге ҡала торған яңы тәртип күпкә бөйөгөрәк! Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге руханиҙар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән. Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Руханийыбыҙ бар.
Выбор основного перевода