Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул хаҡ булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй. Енох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала. Уның тураһында: «Үҙенең янына алынғанға тиклем үк Алла уның менән ҡәнәғәт булған», – тип әйтелә. Улар бөтөнөһө лә имандары өсөн Алланан хуплау алды, тик береһе лә фани донъяла саҡта вәғәҙә ителгәнде алмай.
Выбор основного перевода