Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Шуға күрә Мин һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең бөтөн гонаһтары һәм көфөр һүҙҙәре кисерелер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр һүҙ әйтеү кисерелмәҫ. Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән? Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ. Мин бөтәгеҙ тураһында ла һөйләмәйем. Кемдәрҙе һайлап алыуымды беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡул күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш. Шулай уҡ, киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ». Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә.
Выбор основного перевода