Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Ефесянам
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте. Ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты. Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине. – «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса. Шунан һуң Иблис Уны Иерусалимға – изге ҡалаға алып килеп, Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы ла, былай тине: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан. Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренә бойороҡ бирер: Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип, Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр». Ғайса уға: – Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы. Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә: – Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине. – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған. Бынан һуң Иблис Уны ҡалдырып китеп барҙы, ә Ғайса янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт иттеләр. Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – тимер кейем, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейәйек. Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.
К Ефесянам
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода