Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Ефесянам
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй, ә иман буйынса эшләнмәгән бөтөн нәмә – гонаһ. Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе. Һеҙ, яҙғандарымды уҡып, Мәсихтең серенең асылын аңлауымды күҙ алдына килтерә алырһығыҙ. Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе. Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар бер тәндең ағзалары, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар һәм вариҫтар. бөтөн нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде. Был һүҙ быуаттар буйы быуындан быуынға бөтөн нәҫелдәрҙән йәшерелеп килгән сер ине, хәҙер иһә Алланың изге халҡына асылды. Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла данын уртаҡлашыр өсөн өмөтөгөҙ!
К Ефесянам
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода