Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине. Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ. Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ. Беҙ, ҡотола алһындар өсөн, мәжүсиҙәргә аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының үлсәмен һәр ваҡыт ишәйтә бара һәм Алла нәфрәте улар өҫтөндә ята. Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода