Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул Үҙ ваҡытында һеҙҙе юғары күтәрер. Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй. Имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы баҫығыҙ.
Выбор основного перевода