Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо. Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, Корнилийға ап-асыҡ булып Алланың бер фәрештәһе күренде. Фәрештә уның янына килеп: – Корнилий! – тип өндәште. Икенсе көндө был кешеләр ҡалаға яҡынлашып килгән мәлдә, көндөҙгө ун икеләр тирәһендә, Петр доға ҡылыр өсөн яҫы түбәле өйҙөң башына менде. Ул асыҡҡайны, ашағыһы килде. Өйҙә табын әҙерләнгән арала, зиһене томаланып, Петрға илаһи күренмеш килде.
Выбор основного перевода