Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе. – Һеҙ иманға килгәндә Изге Рухты ҡабул иттегеҙме? – тип һораны ул уларҙан. – Изге Рух тураһында беҙҙең ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, – тинеләр уға. – Һеҙ ниндәй һыуға сумдырылыу йолаһын үттегеҙ һуң? – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыуҙы, – тип яуап бирҙе шәкерттәр. – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул кешеләрҙе үҙенән һуң Килеүсегә, йәғни Ғайсаға инанырға өндәне, – тине Павел. Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды. Павел ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла әйткән һүҙҙәрҙе иғлан итә башланы. Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ. Эштәреңде беләм, һин һалҡын да, ҡайнар ҙа түгел, их, әгәр һин һалҡын йәки ҡайнар булһаң!
Выбор основного перевода