Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Иерусалимда шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, руханиҙарҙың да бик күптәре Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итте. Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт сихырсылыҡ ҡылып Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Симон исемле берәү бар ине. Ул өлкә башлығы Сергий Павел янында ине. Сергий Павел аҡыллы кеше ине, ул, Алла һүҙен тыңларға теләп, Варнава менән Савлды үҙ һарайына саҡырҙы. Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды. Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.
Выбор основного перевода