Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Икенсе көндө был кешеләр ҡалаға яҡынлашып килгән мәлдә, көндөҙгө ун икеләр тирәһендә, Петр доға ҡылыр өсөн яҫы түбәле өйҙөң башына менде. Ул асыҡҡайны, ашағыһы килде. Өйҙә табын әҙерләнгән арала, зиһене томаланып, Петрға илаһи күренмеш килде. Ул күктең асылыуын һәм ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотоп ергә төшөрөлөүен күрҙе. Уның эсендә ерҙә йәшәгән һәр төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине. Ул: – Тор, Петр, быларҙы һуйып аша, – тигән һүҙҙәр ишетте. Әммә Петр: – Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки харам нәмә ашағаным булманы, – тине. Шунда ул йәнә: – Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама, – тигән тауыш ишетте. Өс тапҡыр шулай ҡабатланды ла туҡыма шунда уҡ күккә күтәрелде. Петр үҙе күргән был илаһи күренмештең ни аңлатҡанын уйлап, аптырап торған арала, Корнилий ебәргән кешеләр Симондың өйөн эҙләп табып, ҡапҡа төбөнә барып баҫтылар: – Петр тип тә йөрөтөлгән Симон бында туҡталдымы? – тип ҡысҡырҙылар. Үҙенә килгән илаһи күренмеш тураһында уйланып торғанда, Рух Петрға: – Һине өс кеше эҙләй. Төш тә, һис тә шикләнмәйенсә, улар менән бар. Уларҙы Мин ебәрҙем, – тине. Петр Корнилий ебәргән кешеләр янына төштө: – Һеҙ эҙләгән кеше – мин. Ниндәй эш менән килдегеҙ? – Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололаусы, бөтөн йәһүд халҡы алдында хөрмәтле булған йөҙбашы Корнилий ебәрҙе. Ул изге фәрештәнән һине үҙ өйөнә саҡырырға һәм һин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тыңларға бойороҡ алды, – тине улар. Петр был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә китте, Иоппиянан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе. Икенсе көндө Кесарияға килеп еттеләр. Корнилий иһә, үҙенең туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы көтөп тора ине. Петр ихатаға ингәндә Корнилий ҡаршы сыҡты һәм уның аяҡтарына йығылды. – Тор, мин дә кеше бит, – тип Петр уны торғоҙҙо. Улар һөйләшә-һөйләшә өйгә инде. Петр унда күп кеше йыйылғанын күреп: – Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки харам тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген күрһәтте. Шунлыҡтан, һеҙ мине саҡырыу менән, һис һүҙһеҙ янығыҙға килдем. Инде әйтегеҙ: мине ни өсөн саҡырттығыҙ? – тине. – Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнилий. – Ҡапыл алдымда аҡһыл-ялтырауыҡ кейем кейгән бер кеше пәйҙә булды һәм миңә: «Корнилий, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды. Иоппиянан Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды алып килергә кешеләр ебәр. Ул хәҙер диңгеҙ буйында йәшәгән күн оҫтаһы Симондың өйөндә ҡунаҡта», – тине. Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы эшләнең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ. – Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым, – тип һүҙен башланы Петр. – Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай. Алла, Ғайса Мәсих килтергән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Израиль халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – һәммәбеҙҙең Хужаһы. Яхъя, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ, тип иғлан иткәндән һуң, Галилеянан башлап бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ: Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды. Беҙ йәһүдтәр илендә һәм Иерусалимда Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһиты. Уны ағас бағанаға аҫып үлтерҙеләр, ә өсөнсө көндә Алла Уны терелтеп торғоҙҙо. Үҙ ихтыяры буйынса, Ғайсаны бөтә халыҡҡа түгел, ә Үҙе алдан уҡ һайлаған шаһиттарына күрһәтте. Ул шаһиттар – беҙ, Ғайса үленән терелеп торғандан һуң Уның менән бергә ашаған-эскән кешеләр. Ғайса тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе. Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр. Петр нотоғон һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух инде. Петр менән бергә килгән сөннәтле иман тотоусылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде. Улар бүтән телдәрҙә Алланы ололап маҡтағандарын ишетте. Шул ваҡыт Петр: – Был кешеләргә, беҙҙең кеүек үк, Изге Рух бирелде. Шуға күрә уларҙы һыуға сумдырыуҙан кем тыя алыр? – тине. Ул уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Шунан һуң Петрҙың үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын үтенделәр.
Выбор основного перевода