Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Тимофею
1 2 3 4
Параллельные места
Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер. Әммә шаҡшы рух: – Ғайсаны беләм, Павел да миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды. Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм иманлы булмауымдан килә ине. Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.
2. Тимофею
1 2 3 4
Выбор основного перевода