Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар. Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә, Уның үлемгә хөкөм ителеүен күргәс, ҡылған ҡылығына үкенеп, баш руханиҙарға, аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә: – Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине. – Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға. Ул, тәңкәләрҙе Алла Йортонда атып бәрҙе лә, сығып китеп аҫылынды. һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. – Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине. Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым. Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә. Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, хәл барышын бер нисек тә үҙгәртә алмаған. Берәйһе нахаҡҡа ғазап сиккәндә, намыҫы менән Аллаға бәйле булһа, Алла быны хуш күрә.
Выбор основного перевода