Сила менән Тимофей Македониянан килгәс, Павел бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.
Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була.
Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтөнөбөҙҙөң дә Уның үлеменә сумдырылыуы тураһында белмәйһегеҙме ни?