Мин ирекле түгелме ни? Әллә илсе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте күрмәнемме йә һеҙҙең Мәсихтеке булыуығыҙ минең хеҙмәтемдең емеше түгелме?
Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки Раббыныҡы булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора.
Мине ғәйепләүселәргә үҙемде яҡлап шулай тип яуап бирәм: