Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән. Шул хатым менән һеҙҙе көйөндөргәнемә үкенмәйем. Тәүҙә иһә, хатымдың һеҙҙе ваҡытлыса ғына булһа ла көйөндөргәнен күреп, үкенгәйнем, хәҙер иһә ҡыуанам – күңелегеҙ төшкәнгә түгел, ә көйөнөүегеҙҙең һеҙҙе тәүбәгә килтереүенә ҡыуанам; һеҙ Алла ихтыяры менән көйөндөгөҙ, шулай булғас, беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәнек. Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.
Выбор основного перевода