Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем. Имандаштар, мин ошо әйтелгәндәрҙе үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата һеҙҙең хаҡҡа ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ. Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел. Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ. Шуға күрә был юлы минең килеүем һеҙҙең күңелегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел, тип ҡарар иттем. Әгәр һеҙҙе көйөндөрәм икән, ул ваҡытта аҙаҡ мине кем һөйөндөрөр һуң? Эйе, көйөндөргән һеҙҙән башҡа мине кем һөйөндөрөр?! Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам. Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн. Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһе кеүек үҙ файҙалары өсөн йәшәүселәр тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм. Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ,
Выбор основного перевода