Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Янығыҙға нисек барыуымды теләйһегеҙ? Таяҡ менәнме, әллә мөхәббәт һәм баҫалҡылыҡ менәнме? Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ. Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтеүе менән раҫланырға тейеш». Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә, элек ҡылған гонаһтарын ҡылыуҙарын дауам иткәндәргә лә, башҡаларҙың барыһына ла киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ һеҙҙе лә, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, йәлләмәйәсәкмен. Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө. Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә, шулай уҡ, Уның көсһөҙлөгөн уртаҡлашабыҙ, әммә, Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның тормошон да уртаҡлашып, һеҙҙең менән үҙебеҙҙең эштәребеҙҙә көслө буласаҡбыҙ. Мине түгел, үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр, әлбиттә, һынауҙы күтәрә алһағыҙ. Ул ваҡытта беҙҙең дә һынауҙы күтәрә алыуыбыҙҙы танырһығыҙ тип өмөт итәм. Һеҙҙең бер ниндәй яман эш ҡылмауығыҙҙы һорап Аллаға доға ҡылабыҙ. Быны беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ. Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, ә уның хаҡына ҡыла алабыҙ. Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ. Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.
Выбор основного перевода