Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Коринфянам
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Шул көндәрҙә Раббы юлына ҡаршы ҙур боларыш сыҡты. Гректарҙың алиһәһе Артемида ғибәҙәтханаһының өлгөләрен көмөштән ҡойған Димитрий тигән көмөшсө бар ине. Ошо эш менән һөнәрселәр унан байтаҡ табыш алды. Үҙ тирәһенә көмөшсөләрҙе һәм башҡа һөнәрселәрҙе йыйып: – Дуҫтар! Мул тормошобоҙҙоң ошо кәсепкә бәйле икәнлеген һеҙ беләһегеҙ, – тине ул. – Хәлбуки, күреп-ишетеп йөрөйһөгөҙ, шул Павел, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип һөйләп, Ефеста ғына түгел, бөтөн Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы. Бының хәүефе беҙҙең кәсептең яманаты сығыу менән генә сикләнмәй: Бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһының әһәмиәте бөтөр, барлыҡ Асия өлкәһе һәм бөтә донъя табына торған алиһә үҙенең бөйөклөгөнән мәхрүм ителер. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, һөнәрселәрҙең асыуы ҡабарҙы. Улар: – Ефестар Артемидаһы бөйөк! – тип ҡысҡырырға кереште. Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды. Павел халыҡҡа сығырға теләне, ләкин шәкерттәр уны ебәрмәне. Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк. Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!»
2. Коринфянам
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Выбор основного перевода