Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Иоанна
1
Параллельные места
Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Минең әмерем шул: Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Минең һеҙгә әмерем шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ! Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ. Ҡәҙерлеләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы әмер яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке әмер. Ә иҫке әмер – һеҙ ишеткән Хәбәр ул. Баштан уҡ ни ишеткән булһағыҙ, ана шуны күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр ҙә баштан ишеткәндәр күңелегеҙҙә йәшәһә, һеҙ ҙә Атаның Улында һәм Улының Атаһында булырһығыҙ. Бына был иһә һеҙ тәүҙән үк ишеткән Хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.
2. Иоанна
1
Выбор основного перевода