Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ. Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ғәрләнә, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡыуында килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан ғәрләнер. Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм тоғро иманын раҫлап Понтий Пилатҡа шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм: Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр, һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә. Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән талап итәм:
Выбор основного перевода