Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән. Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән. тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде. Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде), унан һуң Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә күренде, барыһынан һуң, мин етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, миңә лә күренде. Дөрөҫөн әйткәндә, мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен.
Выбор основного перевода