Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Петра
1 2 3 4 5
Параллельные места
Бөтәһен дә аңлағас, ул Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәм йортона килде. Унда йыйылған кешеләр доға ҡыла ине. Петрҙың ҡапҡа шаҡыуына Рода исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. Петрҙы тауышынан танығас ул, шатлығынан ишекте асырға ла онотоп йүгереп инеп китте, йорттағыларға Петрҙың ишек төбөндә тороуын хәбәр итте. – Һин үҙ аҡылыңдамы! – тинеләр уға. Әммә ҡыҙ үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Ә тегеләр: – Ул уның фәрештәһелер, – тине. Петр иһә һаман шаҡыны. Ишекте асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар. Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте. Көн тыуғас, Петр менән ни булды икән, тип ғәскәриҙәр борсола башланы. Ирод иһә, уны эҙләтеп тә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе. Бынан аҙаҡ Ирод Йәһүҙиәнән Кесарияға китте һәм шунда ҡалды. Ул Тир һәм Сидон ҡалаларында йәшәүселәргә бик асыулы ине. Тегеләр иһә, үҙ-ара һүҙ беркетеп, уның алдына вәкилдәр ебәрҙеләр һәм, батша һарайына идара иткән Власты үҙ тарафтарына ауҙарып, килешеү төҙөргә өндәнеләр, сөнки уларҙың өлкәһе батша өлкәһенән туйына ине. Билдәләнгән көндө Ирод, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында нотоҡ тотто. Ә халыҡ уның һүҙен хуплап: – Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы. Аллаға тәғәйен дан-шөһрәтте бирмәгән өсөн, Раббының бер фәрештәһе ҡапыл Иродҡа килтереп һуҡты. Бер нисә көндән һуң Ирод ҡортлап үлеп ҡалды. Алла һүҙе иһә киң таралды һәм уны ҡабул итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты. Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар. янымда Лука бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.
1. Петра
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода