Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә. Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, һәм Уның телендә мәкерлек табылманы». Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы. Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ. Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки дан Рухы, Алла Рухы һеҙҙең менән. Арағыҙҙан һис кем кеше үлтереүсе йәки ҡараҡ, яуызлыҡ ҡылыусы йәки башҡалар эшенә ҡыҫылыусы булараҡ ғазап сикмәһен. Әгәр ҙә инде ул мәсихсе булараҡ ғазап сигә икән, оялмаһын, ә был исемде йөрөтөүе өсөн Алланы данлаһын. Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә? Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән, аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар ҡайҙа барыр?» Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Булдырыусыға ышанып тапшырһындар.
Выбор основного перевода