Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Петра
1 2 3 4 5
Параллельные места
сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк, Ә изгелек ҡылыусы һәр кемгә, иң тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек. Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын. Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ, сөнки һеҙ иманығыҙ һыналыуының сыҙамлыҡ булдырыуын беләһегеҙ. Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра. Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.
1. Петра
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода