Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ. Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм. Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: һеҙ былтыр уҡ изгелекле эш башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, хатта үҙ теләгегеҙ менән хәйер йыйҙығыҙ. Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ. Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм иманлы булмауымдан килә ине. Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм иманлы булмауымдан килә ине. Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде.
Выбор основного перевода