Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Мәсих менән үлемдә берҙәй үк берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән буласаҡбыҙ. Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәрбеҙ ҙә, тип ышанабыҙ. Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк. Өҫтәүенә, беҙ Алла хаҡында ялған шаһиттар булып ҡалыр инек, сөнки Мәсихте Ул терелтте тип шаһитлыҡ ҡылдыҡ. Әммә, үлеләрҙең терелеүе юҡ икән, Алла Мәсихте лә терелтмәгән булып сыға. Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелеп торҙо һәм Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды! Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ.
Выбор основного перевода