Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Изге Рух тарафынан бирелгән һәләттәргә килгәндә иһә, имандаштар, улар тураһындағы күҙаллауҙарығыҙҙың аныҡ булыуын теләйем. Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә. Юғарыраҡ һәләттәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм. Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел. Бөтөн нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.
Выбор основного перевода